Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Август 2020, 14:55

Башҡортостан экспортҡа ярҙам итеүсе иң яҡшы төбәктәр араһында

Башҡортостан экспортҡа ярҙам итеүсе иң яҡшы төбәктәр араһында

Был сарала Башҡортостан Республикаһы тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева, урынбаҫары Лена Изотова, Башҡортостан Республикаһының экспортҡа ярҙам итеү үҙәге директоры Илдус Хәлитов ҡатнашты.
28 июлдә Экспорт ярҙам үҙәктәренең 2020 йылдың тәүге ярты йыллығындағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса отчеттарҙы яҡлау үтте. Мәҫәлән, Илдус Хәлитов үҙ сығышында республиканың экспортҡаярҙам үҙәге үҫешенең төп концепцияһы тураһында һөйләне.
«Экспортҡа ярҙам инфраструктураһына Башҡортостан Республикаһы тышҡы иҡтисади бәйләнештәр дәүләт комитеты, Башҡортостан Республикаһы экспортына ярҙам итеү үҙәге һәм «Рәсәй эксперт үҙәге»нең Өфө ҡалаһындағы айырымландырылған подразделениеһы инә. Улар экспортлаусы һәм экспорт йүнәлешле предприятиеларға «берҙәм тәҙрә» режимында ярҙам күрһәтә», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Республика экспортҡа ярҙам үҙәге директоры билдәләүенсә, Башҡортостан Рәсәйҙә өс төр финанс ярҙамы күрһәткән берҙән-бер төбәк булып тора: транспортҡа, сертификациялауға һәм «экспорт кэшбегы» субсидиялары.
2020 йылдың тәүге яртыһындағы Үҙәктәге төп саралар араһында ул 63 бизнес-шериф ҡатнашлығындағы 12 онлайн-конференцияны, шулай уҡ республиканың муниципаль райондарында үткән 14 күсмә сараны айырым билдәләне. Уның һүҙҙәре буйынса, предприятиеларға экспорты буйынса ярҙам итеү саралары һәм сит ил баҙарҙарына сығыу өсөн мөмкинлектәр тураһында мәғлүмәт биреү өсөн кәңәшмәләр үткәрелде.
««Халыҡ-ара кооперация һәм экспортлау» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә «Башҡортостанда эшләнгән» («Made in Bashkortostan») һәм «Ашығыс экспорт ярҙамы» - экспорт аудиты экспорт, шулай уҡ республика хәләл продукцияһын тышҡы баҙарҙарға сығарыу буйынса проекттар эш башланы», - тип йомғаҡланы Илдус Хәлитов.
«Беҙ Башҡортостан Республикаһының экспортлаусыларға ярҙам итеү тәжрибәһен яҡшы практика булараҡ Стратегик инициативалар агентлығына тәҡдим итәсәкбеҙ», - тип белдерҙе «Рәсәй экспорты үҙәге» төбәк проекты буйынса директоры Наталья Минаева.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылдың мартында Рәсәй экспорт үҙәге Федерация субъекттарының экспортҡа ярҙам итеү үҙәктәренең 2019 йылдағы эшен анализланы һәм рейтингын төҙөнө. Башҡортостан Республикаһы, Мәскәү өлкәһе һәм Алтай крайынан ғына ҡалышып, 3-сө урында килә. Рейтингты иҫәпләгәндә төбәктәрҙең экспортҡа ярҙам күләме, «уңыш тарихы» һаны, уникаль экспортлаусылар һаны; экспорт күләме һәм уның географияһы, шулай уҡ башҡа уңыштарға килтереүсе факторҙар иҫәпкә алынды.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты
#РеспубликаБашкортостан #нацпроектБашкортостан #национальныепроекты #производительностьтруда #поддержказанятости
Читайте нас: