Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Август 2020, 17:30

Эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтелә

Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан халыҡ-художество кәсептәре, шөғөлдәре һәм экотуризм өлкәһендә дәүләт ярҙамы алыуға заявкалар ҡабул итеү башланды

Халыҡ художество кәсептәре, һөнәрселек эшмәкәрлеге, ауыл экология туризмы өлкәһендә эшләгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына бухгалтер, маркетинг һәм юридик хеҙмәттәрен бушлай күрһәтеүгә заявкалар ҡабул итә башланы.
Дәүләт ярҙамы Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты ҡатнашлығында «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам итеү» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бирелә
Эшҡыуарҙар түбәндәге хеҙмәттәр буйынса ярҙам ала ала:
- бухгалтер иҫәбен алып барыу, отчет тапшырыу, Федераль социаль страховкалауҙан сығымдарҙы ҡаплау, банк тикшереүе өсөн документтар әҙерләргә, финанс ярҙамы алыу өсөн документтар йыйыу;
- килешеүҙе рәсмиләштереү, килешеүҙәрҙе, шул иҫәптән халыҡ-ара, анализлау, судта ярҙам итеү, дәғүә ғаризаһы төҙөү;
- интернет селтәрендә эшләүҙә, сайт булдырыуҙа, әйҙәүсе социаль селтәрҙәрҙә һәм эҙләү системаһында реклама контексын көйләү, шулай уҡ уларҙа берләшмәләрҙе алып барыу, логотип, баннерҙар, фирма стиле эшләү һәм башҡалар.
Белешмә өсөн телефон: +7 (937) 362-77-74 (whats app/шылтыратыу).
Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте
#РеспубликаБашкортостан #нацпроектБашкортостан #национальныепроекты #производительностьтруда #поддержказанятости
Читайте нас: