Рух
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 01:10

Башҡортостан мәҙәниәт министры «Мәҙәниәт» йүнәлеше буйынса эш төркөмө ултырышында ҡатнашты

5 августа Рәсәй Федерацияһы Дәүләт советының «Мәҙәниәт» йүнәлеше буйынса эшсе төркөмөнөң видеоконференцбәйләнеш режимында туғыҙынсы ултырышы үтте

Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ултырышта ҡатнашты һәм «Мәҙәниәт» милли проектының маҡсаты һәм күрһәткестәренә үҙгәрештәр индереү буйынса тәҡдим менән сығыш яһаны.
Инеш һүҙ менән Рәсәй Федерацияһы президенты ярҙамсыһы Игорь Левитин, Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министры Ольга Любимова, шулай уҡ Һамар өлкәһе губернаторы, «Мәҙәниәт» йүнәлеше буйынса Дәүләт советының эш төркөмө етәксеһе Дмитрий Азаров сығыш яһаны.
Үҙ сығышында Әминә Ивний ҡыҙы, Мәҙәниәт министрлығы ҡабул иткән күрһәткестәрҙе иҫәпләүҙең яңы методикаһы төбәктәргә һәр учреждение өсөн йыл һайын үҫеш темпын үҙ аллы билдәләргә мөмкинлек бирәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Төбәк ведомстволары, ниндәй учреждение төҙөлә, яңыртыла, йыһазландырылыуынан сығып, милли проектты тормошҡа ашырыуҙың билдәле бер осоронда хеҙмәт күрһәтеүҙең сифатын арттырыуға уңайлы шарттар булдыра.
Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры билдәләүенсә, Рәсәй Президентының 2020 йылдың 21 июлендәге «2030 йылға тиклем осорҙа Рәсәй Федерацияһының милли үҫешенең төп маҡсаттары тураһында» 474-се указы төбәктәр алдына ҡуйылған мәҙәни сараларҙы һанлы үҫтереү маҡсаты үҙенә айырым иғтибар талап итә.
«Һуңғы айҙарҙағы ваҡиғалар – пандемия – беҙгә тиҙ арала был мәғлүмәттәр киңлеген яуларға, үҙләштерергә кәрәклеген күрһәтә. Яңы күрһәткестәр бөтә төр милек һәм формалағы мәҙәниәт учреждениеларына халыҡ килеү иҫәбен, шулай уҡ онлайн режимында үткәрелгән сараларҙа ҡатнашыу кимәлен иҫәпкә ала. Шулай уҡ беҙҙең дөйөм иҫәпкә коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм ижади союздар үткәргән сараларҙа ҡатнашыу һанын иҫәпкә алыу өсөн нигеҙ барлыҡҡа килде», - тип билдәләне Әминә Ивний ҡыҙы.
Ошонда уҡ Башҡортостандың мәҙәниәт министры коллегаларының иғтибарын бушлай йөрөү мөмкинлеге булған сараларға килеүселәр һанын иҫәпкә алыуҙа проблемаларға йүнәлтә. Әминә Ивний ҡыҙы саралар үткәреү планлаштырылған урынды иҫәпләү методикаһын ҡулланыуҙы тәҡдим итә. Майҙан иҫәбенән 1 кешегә 1 кв. метр алына, сараның оҙайлығы ла иҫәпкә алына. Ә ауыл ерендә сараға килеүселәр иҫәбен алыу йәки фото һәм видеоға төшөрөүҙе ҡулланырға була.
Башҡортостанда «Электрон билет» махсус порталының булдырылыуын билдәләп үтте. Билет һатып алыу мөмкинлегенең уңайлылығы сараларға килеүҙе арттырырға ярҙам итте. Был сервис ярҙамында билет хаҡы, уның булыу-булмауы тураһында мәғлүмәтте интернет селтәренә тоташтырылған мобиль ҡоролма аша еңел белеп була. Хәҙер порталда дәүләт һәм муниципаль һәм район мәҙәниәт учреждениеларындағы сараларға билеттар һатыла.
Сығышы һуңында Әминә Ивний ҡыҙы ултырышта ҡатнашыусыларға яңы күрһәткестәр индерелгәнсе тәҡдимдәр индерергә үтенде, сөнки был статистика мәғлүмәттәрен йыйыуҙың бөтәһе өсөн уңайлы булған ысулдарын уртаҡ тырышлыҡ менән булдырыу мөһим.
Эш төркөмө ултырышында шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилова, Тула өлкәһенең мәҙәниәт министры Татьяна Рыбкина, Татарстан Республикаһы мәҙәниәт министры Ирада Әйүпова, Алтай крайы Тула өлкәһе мәҙәниәт министры Елена Безрукова, Һамар өлкәһе мәҙәниәт министры Борис Илларионов ҡатнашты.
Улар «Мәҙәниәт» милли проекты бурыстарына һәм эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген баһалау күрһәткестәренә үҙгәрештәр индереү буйынса фекер алыштылар.
Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы мәғлүмәттәренән.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: