Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 01:45

Ауырғазы районында юлдар төҙөкләндерелә

Юлдарҙың мөһимлеге һәр кемгә билдәле. Йыл һайын ул иң актуаль мәсьәләләрҙең береһе булып тора.

Райондың ауылдарында асфальт түшәлгән, ваҡ таш менән тигеҙләнгән юлдар арта бара.
Мәҫәлән июндә Үтәймулла ауылындағы ҙур урамға асфальт юл төҙөлдө. Әле Үҙәк, Фәрит Иҫәнғолов исемендәге урамдарҙа 300 метр оҙонлоҡта юлға ҡом-таш һалына.
Сыуаш Нуғаҙағы ауылының Йәштәр һәм Күл урамдарында юлдар тигеҙләнә.
Юлсылар урындағы карьерҙың ҡом-ташын ҡуллана.ң
Район хакимиәте сайты мәғлүмәттәренән.
Читайте нас: