Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 20:50

Урманға ғүмерен бағышлаған Вәзир Сәғәҙиев вафат булды

2020 йылдың 5 авгусында 59-сы йәшендә "Стәрлетамаҡ урман хужалығы" директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы Вәзир Әсхәт улы Сәғәҙиев вафат булды

2020 йылдың 5 авгусында 59-сы йәшендә "Стәрлетамаҡ урман хужалығы" директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы Вәзир Әсхәт улы Сәғәҙиев вафат булды. Ул үҙенең бөтә ғүмерен урман өлкәһен үҫтереүгә бағышланы.
В Сәғәҙиев 1962 йылдың 14 февралендә Ауырғазы районы Төбәк ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын 1985 йылда урман культуралары мастеры, Боҙаяҙ урман хужалығы мастеры булып башлай. 1993 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын “урман хужалығы инженеры” белгеслеге буйынса тамамлағас, Толбазы урмансылығының мастеры, Туҡай урмансылығының урмансыһы булып эшен дауам итә.
2008 йылдан 2014 йылға тиклем урмансылыҡ өлкәһендә төрлө етәксе вазифаларҙы башҡара, ә 2015 йылдан «Стәрлетамаҡ урман хужалығы» дәүләт автоном учреждениеһы директоры.
Утыҙ биш йыл ғүмерен урман хужалығында эшләп һәм бөтә хеҙмәт юлын урмансылыҡты үҫтереүгә бағышлап, Вәзир Әсхәт улы республиканың йәшел байлығын үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Уның етәкселеге һәм шәхсән ҡатнашлығы менән урмандарҙы тергеҙеү, үрсетеү, текә тау биттәренә ағас ултыртыу, ауылдарҙы йәшелләндереү буйынса күп эштәр башҡарылды. «Стәрлетамаҡ урман хужалығы» питомнигының уңышлы үҫеүендә, йәш урмансыларҙы тәрбиәләүҙә Вәзир Әсхәт улы Сәғәҙиевтың ҙур хеҙмәте һалынған.
Үҙенең эштәре менән район, республика халҡы алдында хөрмәт ҡаҙанды, күп йылдар район депутаты булды.
Тыныс йоҡла, арҙаҡлы уҙаман!
Читайте нас: