Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 20:25

«Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы автопаркы 30 %-ҡа артты

Был Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең дәүләт пассажирҙар ташыусыһының автобустары паркын яңыртыу буйынса ҡабул иткән саралар ярҙамы менән эшләнде

2019 йылдың июленән башлап предприятие 623 автобус алды, улар «Башавтотранс» предприятиеларының маршруттарына бүленде.
Уларҙың 323-ө Өфө ҡалаһын хеҙмәтләндерә, 2020 йылдың өсөнсө кварталына уртаса класлы «Вектор-Некст» маркалы 100 яңы автобус көтөлә, улар шулай уҡ Өфө маршруттарында эшләйәсәк.
«Башавтотранс»тың автобус паркын тулыландырыу төбәктең транспорт бәйләнешен яҡшыртырға мөмкинлек бирҙе.
2018 йылдың октябре менән сағыштырғанда Өфө һәм Өфө агломерацияһы маршруттарын хеҙмәтләндереүсе автобустар һаны 67%-ҡа артты. Рейстарҙың һаны һәм пассажирҙар ташыу 41%-ҡа артты.
Шул уҡ ваҡытта республика буйынса дәүләт маршруттарында пассажирҙар ташыу һаны үҫеүен дауам итә. Автобус паркын тулыландырыу арҡаһында 2019 йылдың авгусынан предприятие 14 ҡала-ара маршрутты ҡабаттан асты. Район хакимиәттәре үтенесе буйынса социаль әһәмиәткә эйә 16 яңы маршрут асылды.
Хәрәкәт составының яңыртылыуы автовокзалдарҙың эшен дә йәнләндерҙе. Әгәр быға тиклем Көньяҡ автовокзалдан тәүлегенә яҡынса 1,5 мең пассажир оҙатылһа, яңы автобустар алынғас, был һан тәүлеккә 2,6 мең пассажирға етте.
Автопарктың һанын арттырыу 2024 йылға тиклем планлаштырылған.
Фото: fotobus.msk.ru
Читайте нас: