Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2020, 01:15

Прополис һәм бал ҡорто һеркәһе ҡушып эшләнгән туңдырма презентацияһы үтте

Яңыраҡ Башҡорт дәүләт аграр университетында эшҡыуарлыҡ берләшмәһе вәкилдәре өсөн эко-аҙыҡ-түлек презентацияһы үтте

Ҡунаҡтарға аҙыҡ-түлек технологиялары факультеты әҙерләгән яңы продукт - прополис һәм ҡорттар һеркәһе ҡушылған һөтлө туңдырма - күрһәтелде. Үҙенсәлекле десерттың рәсми дилеры булып «Бай өҫтәл» компанияһы тора.
Рецепт өҫтөндә факультет магистранттары фәнни етәкселәре – ит, һөт продукттары технологияһә һәм химия кафедраһы профессоры Ирина Миронова һәм доцент Зөлфиә Ғәлиева менән бергә эшләгән. Ғалимдар витамин өҫтәмәләрен индереүҙең оптималь ысулы өҫтөндә эшләгән.
Бигерәк тә йәбешкәк ҡуйы прополис менән эшләүе еңел булмай, әммә туңдырманы байытыуҙың хәүефһеҙ ысулы (спирт ҡулланмайынса) уйлап табыла. Умартасылыҡ продукттары ентекле тикшереп файҙаланыла: улар экологик яҡтан таҙа райондан килтерелә һәм составында антибиотик юҡ.
– Беҙҙең алда дауалау маҡсатында, миҫал өсөн, ангинаны еңергә ярҙам итеүсе, десерт уйлап сығарыу маҡсаты торманы, шулай ҙа файҙалы компоненттары булған туңдырманы һалҡын тейеүҙән профилактикалау һәм организмды нығытыу өсөн ҡулланырға була, – тип һөйләй Ирина Миронова. – Шифалы продукттар линейкаһын төҙөү тураһында мәсьәләне лә тикшерәбеҙ – әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университеты менән һөйләшеүҙәр алып барыла.
Был һалҡын тәмлекәсте ай дауамында баҙарға сығарыу көтөлә. Умартасылыҡ продукттары булған туңдырмаға ҡыҙыҡһыныуҙы иҫәпкә алып, аграр университеттаың аҙыҡ-түлек технологиялары факультетында лактозаһыҙ һәм шәкәр миҡдары кәметелгән (йәки шәкәрҙе алматырыусы продукттар) вариант булдырыу өҫтөндә эшләйҙәр.
БДАУ матбуғат хеҙмәте.
https://agriculture.bashkortostan.ru
Читайте нас: