Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге менән дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе күп функциялы үҙәктәр араһында ғариза биреүселәргә автоматик мәғлүмәт хеҙмәте биреү буйынса дәүләт контракты төҙөлгән. 2020 йылдың 4 авгусынан 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалар өсөн айлыҡ аҡсалата түләүҙәр тәғәйенләү өсөн мөрәжәғәт иткән граждандарға ғаризаның ҡаралыу этабы һәм уның һөҙөмтәләре тураһында автоинформатор хәбәр итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бындай хеҙмәттәшлек тәжрибәһе бар инде.
Күп функциялы үҙәк мәғлүмәттәре буйынса, көнөнә 2-3 мең кешегә мәғлүмәт биреү планлаштырыла (секундына 20 мөрәжәғәт).
Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы ғариза биреүселәргә ғаризала күрһәтелгән телефон номерының бәйләнештә булыуын тәьмин итеүҙе һорай. Был ваҡытында актуаль мәғлүмәт алыу өсөн мөһим. “Ғаризала күрһәтелгән телефонға граждандар автоинформатор ярҙамында аңлатма ала”. Автоинформатор ниндәй сәбәптәр арҡаһында тикшереү ваҡытының оҙайтылыуын аңлата:
- ведомство-ара һорауҙарға яуап алынмаған;
- Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән яуап килеүе көтөлә;
- төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәттәрҙә айырма бар һәм был һорауҙарға асыҡлыҡ индерелә;
- алимент бурысы тураһында мәғлүмәт кәрәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге бала өсөн түләүгә (балаға 8 йәш тулғанға тиклем ғәмәлдә) 2020 йыл аҙағына тиклем мөрәжәғәт итергә мөмкин. Түләү күләме ағымдағы йыл өсөн түләү алыуға социаль ярҙам сараларына мөрәжәғәт иткән датаға бәйле түгел – ата-әсә (законлы вәкилдәр) 2020 йылдың 1 ғинуарынан тейешле барлыҡ сумманы аласаҡ.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хяңылыҡтары буйынса.
Фото: microzaymi-online.ru