Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2020, 01:00

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән мөрәжәғәт итеү йәһәтенән реформаның инвестиция өлөшө

2019 йылдың 1 ғинуарында Рәсәйҙә ҡалдыҡтарҙы йыйыу, эшкәртеү һәм күмеү өлкәһендә дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу башланды, рәсми булмаған исеме - «сүп-сар реформаһы».

Программа «Экология» миллипроекты сиктәрендә эшләй башланы, ул сүп-сарҙы сорттарға айырыу, шулай уҡ эшкәртеү күләмен арттырыуға йүнәлтелгән.
Реформаны башлап ебәреү санкцияланмаған сүплектәрҙең һәм артығы менән тулы полигондарҙың тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоһон кәметеү өсөн кәрәк.
Ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өлкәһендә хәлде яҡшыртыу өсөн дәүләт шәхси инвестиция йәлеп итергә ҡарар итә. Ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм утилләштереү буйынса бөтә ил буйынса төбәк операторҙары селтәре ойошторолдо. Башҡортостанда дүрт төбәк операторы билдәләне, уларҙың һәр береһенә яуаплы зона нығытылған.
Төбәк операторҙарҙың береһе булған «Эко-сити» компанияһына республиканың иң ҡатмарлы участкалары бирелгән.
- Күп урындарҙа «сүп-сар» реформаһына тиклем ҡалдыҡтары әйләнеше системаһы бөтөнләй булмаған, һәм уны төҙөүҙе өр-яңынан башларға тура килде, - тип билдәләне «Эко-Сити» төбәк операторының идара итеү директоры Артем Кирәев. - Беҙгә тәүге этапта уҡхеҙмәтләндергән биләмәләрҙә ҡалдыҡтарҙы утилләштереү һәм сығарыу инфраструктураһын булдырыуға ҙыр сығымдар тотонорға тура килде. Бөгөнгө көндә «Эко-сити» милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн үҙ аҡсаларынан һәм заем аҡсаларынан миллиард һум тиерлек һалды. Шуның 840 миллионы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм күмеү өсөн комплекс төҙөүгә йүнәлтелгән. Дүрт ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу комплексы һәм шул тиклем үк ҡалдыҡтарҙы урынлаштырыу комплексы төҙөлдө. 110 миллион һумға махсус техника (автомобилдәр, контейнерҙар һ. б.) һатып алынды.
«Эко-сити» алдағы йылдарҙа 2,5 миллиард һумлыҡ инвестиция йәлеп итергә планлаштыра. Компания полигон булмаған райондарҙа сүп-сарҙы йыйыу пункттары булдырыу эшен башланы. Концессия килешеүе сиктәрендә бөгөнгө көндә Мәләүездә полигон төҙөү тамамлана, Баймаҡ районында экотехнопарк проектлана. Төбәк операторы билдәләүенсә, уларға Мәләүез һәм Баймаҡ райондарында киҫкен мохтажлыҡ булған объекттарға төп инвестицияларҙы, шулай уҡ автопаркты тулыландырырға һәм контейнерҙарҙы алмаштырырға финанслауҙы һаҡлап ҡалыу мөмкин булған.
Төбәк операторы хеҙмәт сифатын яҡшыртыу өсөн яҡын арала автомобиль паркын киңәйтеүҙе планлаштыра, шул иҫәптән сүп-сарҙы сығарыу һанын арттырырға теләй, пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн тарифтар иҡтисади яҡтан нигеҙләнгән булырға тейеш, халыҡтың күрһәткән хеҙмәте өсөн төбәк операторына түләүгә ҡарата яуаплы ҡарауы мөһим.
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшмәкәрлектә булдырылған инфраструктура «Экология» милли проектының күрһәткестәрен күтәреү генә түгел, ә республика граждандарының тормош сифатын яҡшыртыуға ирешергә мөмкинлек бирәсәк, тип билдәләне Артем Кирәев.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы материалдары буйынса.
Читайте нас: