Рух
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2020, 01:35

2020-2021 уҡыу йылына мәктәптәр әҙерме?

Оҙаҡламай балалар һәм уларҙың ата-әсәләре мәктәпкә әҙерлек башлаясаҡ. Ә әлегә райондың мәктәптәрендә 1 сентябргә әҙерлек бара.

Ауырғазы районы хакимиәте башлығы ҡарары менән бөгөндән белем биреү учреждениеларын яңы уҡыу йылына ҡабул итеү комиссиялары эше башланды.
Мәктәптәр, балалар баҡсалары, өҫтәмә белем биреү учреждениеларының әҙерлеген тикшереү ведомство-ара комиссия төҙөлдө. Уның составында хоҡуҡ һаҡлау, күҙәтеү, профилактика бүлеге, мәғариф бүлеге вәкилдәре бар.
Комиссия алдында 60 объектты тикшереү һәм ҡабул итеү бурысы тора. Янғын хәүефһеҙлегенә айырым иғтибар биреләсәк. Мәктәп яны биләмәләренең төҙөкләндерелеүе, техник торошо, балаларҙың был учреждениеларҙа хәүефһеҙлеге кимәле, бигерәк тә хәҙерге коронавирус инфекцияһы (COVID-19) шарттарында ентекле тикшерелә.
Комиссия термометрҙар, дезинфекциялау саралары, һаҡланыу саралары графигын ҡарай.
Ҡабул итеү аҙағында белем биреү учреждениеһының әҙерлег тураһында акт төҙөлә.
Сығанағы: Мәғариф бүлеге.
Читайте нас: