Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август 2020, 14:35

Башҡортостан үпкәне яһалма елләтеү өсөн 100 аппарат алды

Был яҡын арала республикаға килтереләсәк 300 берәмектең иң беренсе партияһы

Коронавирус инфекцияһы ауыр кисерелгән осраҡта был аппараттар бик кәрәк, шуға күрә был партияның барыһын да Өфө районының Зубов ауылындағы Клиника-диагностика үҙәгендә ҡуясаҡтар.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республика Хөкүмәте ҡарары сиктәрендә ИВЛ аппараты һатып алыуға 558 600,0 мең күләмендә финанслау ҡаралған. Улар республиканың медицина ойошмаларына биреләсәк.
Республика бюджетынан бүленгән аҡса «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу менән туранан-тура бәйле булмаһа ла, был аппараттар республикала проекттың яҡшы күрһәткестәренә ирешеүгә булышлыҡ итәсәк.
Һаулыҡ һаҡлау белгестәре быға тиклем республикаға 43 аппарат килтерелеүе тураһында һөйләне. Уларҙы Өфөнөң 8-се ҡала клиник дауаханаһына, Дим районындағы ҡала клиник дауаханаһында, Республика клиник инфекция дауаханаһында, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһында, Стәрлетамаҡ һәм Сибай дауаханаларында урынлаштырғандар..
Фото: health.bashkortostan.ru сайтынан.
Читайте нас: