Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2020, 14:55

Йәш театр яратыусыларға грамоталар тапшырылды

Ауырғазы районының «Экос» театр-студияһы тәрбиәләнеүселәренә грамоталар тапшырылды

«Экос» өлгөлө театр-студияһы сығарылыш уҡыусылары Тимур Йосопов, Анна Иванова һәм Эмил Ахуновҡа спектаклдәр ҡуйыуҙа, балалар театры коллективтарының «Ҡыңғырауҙар сыңы» республика фестивалдәрендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Булат Баһауетдинов исеменән грамоталар тапшырылды.
Студия тәрбиәләнеүселәре спектаклдәрҙә сағыу образдар тыуҙырҙы. Хәҙер инде улар, ҡанат нығытып, артабан белем тауҙарын яулаясаҡ. Теләгән һөнәрҙәре буйынса уҡырға, хыялдарын тормошҡа ашырырға яҙһын!
Район мәҙәниәт бүлеге сайтынан.
Читайте нас: