Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2020, 15:35

«Башавтотранс» ДУП-ы битлектәре булмаған пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүҙе туҡтата

Сараларҙың төп маҡсаты – юл транспортында инфекция таралыуына юл ҡуймау, пассажирҙар һәм водителдәрҙең һаулығын һаҡлау.

29 июлдә «Башавтотранс» хеҙмәткәрҙәре «2020 йылдың 18 мартында Башҡортостан Республикаһы Башлығының Башҡортостан Республикаһы территорияһында яңы коронавирус (COVID-2019) инфекцияһы таралыу хәүефе менән бәйле «Әҙерлекте арттырыу» режимын индереү тураһында УГ-111-се Указына үҙгәрештәр индереү тураһында» 2020 йылдың 9 июленән УГ-250-се Указын үтәү маҡсатында контроль саралар үткәрҙе. Ул, пассажирҙарҙың шәхси һаҡланыу саралары булмағанда, йәмәғәт транспортында хеҙмәтләндерелмәүен күҙ уңында тота.
Сараларҙың төп маҡсаты – юл транспортында инфекция таралыуына юл ҡуймау, пассажирҙар һәм водителдәрҙең һаулығын һаҡлау.
- «Башавтотранс» пассажирҙар ташыу хеҙмәте күрһәтә һәм Указ талаптарын үтәү маҡсатында кондукторҙар пассажирҙарға билет биргәнгә тиклем уның битлеге булыу-булмауын тикшерергә, автобуста барғанда битлекте ҡулланырға кәрәклеген иҫкәртергә, шунан һуң ғына пассажирҙарға билет бирергә тейеш. Битлеге булмаған осраҡта кондуктор автобус салонынан сығыуҙы һорай ала. Пассажирҙарҙың был талаптарҙы аңлап һәм яуаплылыҡ менән ҡарауҙарын һорайым. Был сара тәү сиратта пассажирҙарҙың, уларҙың яҡындарының сәләмәтлеген һәм хәүефһеҙлегенә бәйле», - тип хәбәр итте генераль «Башавтотранс» ДУП-ы директоры урынбаҫары Сергей Паскин.
Предприятиела кондукторҙар һәм водителдәр составы менән автобус салонында битлек режимын үтәү тураһында инструктаж үткәрелде, шәхси һаҡланыу сараларынан тыш пассажирҙарҙы индерелмәй. Автобус маршрутҡа пассажирҙар 100% шәхси һаҡланыу саралары менән булғанда ғына сыға ала.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы Транспорт буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре республиканың Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә аҙна һайын пассажирҙар ташыусыларҙың Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы талаптарын башҡарыуҙы тикшереү рейдтары ойоштора. Сара барышында пассажир һәм автобус водителенең битлектәре булыу-булмауы тикшерелә.
Талаптарҙы боҙған өсөн штрафтар ҡаралған, уларҙың күләме: тәүге тапҡыр режим боҙғанда вазифалы кешеләр өсөн - 5 мең һумдан 15 мең һумға тиклем, ҡабат боҙоуҙар өсөн 15 һәм 30 мең һумға тиклем; юридик шәхестәр өсөн 50 мең һумдан 100 мең һумға тиклем, ҡабат боҙған осраҡта 100 меңдән 200 меңгә тиклем.
“Башинформ” мәғлүмәт үҙәге материалдары буйынса.
Читайте нас: