Был турала Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов «Россия 24» телеканалы ойошторған брифингта белдерә.
Уның һүҙҙәренсә, министрлыҡта яңы уҡыу йылына 1 сентябрҙә үтәсәк линейкаларға әҙерлек башланған. «Шуны билдәләп үтәм, 1 сентябрҙән ғәҙәттәге, мәктәп парталары артында уҡыу башланасаҡ. Беҙ дистанциялы уҡытыу индерергә уйламайбыҙ», — тине Кравцов.
Дистанциялы уҡытыуҙың барлыҡ ыңғай яҡтарына ҡарамаҫтан, ул тик өҫтәлмә булараҡ ҡына ҡарала, тине министр.
Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү комитеты башлығы Анна Попова белдереүенсә, уҡыу башланыуы буйынса саралар үткәреү-үткәрмәү тураһында ҡарар тик августың икенсе яртыһында ғына буласаҡ.
Мәғлүмәт алынды: https://www.rbc.ru
Фото: http://tolblic.narod.ru