Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 00:25

Ҡорбан салыу өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре индерелә

31 июлдә Ҡорбан байрамы икәнен барыһы ла белә. Ә бөгөнгө пандемия осоронда ҡорбан салыу нисек үтергә тейеш?

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында республиканың Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин ҡорбан салыуға бәйле быйылғы ҡағиҙәләрҙе әйтеп үтте. Башҡортостандың ҡала һәм райондарында ҡорбан салыу өсөн махсус майҙансыҡтар билдәләнәсәк.
COVID-19 хәүефе янамаһын өсөн Ҡорбан байрамда ҡорбан салыу өсөн махсуслаштырылған майҙандарҙа санитар талаптарҙы үтәү шарты ҡуйыла.
– Күпселек ҡала һәм райондарҙа шулай уҡ махсус урындар әҙерләнәсәк. Беҙҙең республикала йыл һайын байрамда 10 меңдән ашыу баш мал ҡорбанға килтерелә. Һәм был һандар арта ғына, – тине Азат Йыһаншин.
Коронавирус пандемияһы арҡаһында, быйыл күп фермерҙар руханиҙар менән берлектә муниципаль райондарҙа һарыҡтарҙы Өфөгә килтермәй генә махсус майҙансыҡтарҙа һуйырға планлаштырған.
Бындай осраҡтарҙа ит махсус ҡорамалландырылған транспорт менән килтереләсәк. 45 муниципалитетта махсус урын әҙерләнгән, 18-ендә мал һуйыу хужалыҡтар биләмәһендә башҡарыласаҡ.
Бындай урындарҙа битлек режимы ҡәтғи үтәлергә, 1,5 метрлыҡ дистанция булырға, үҙең менән антисептик һәм намаҙ түшәге булырға, башҡа мосолман ҡәрҙәштәр менән ҡул биреп күрешеүҙән, яҡындан аралашыуҙан тыйылырға кәрәк. Шулай уҡ байрам һыйы ла ойошторолмаясаҡ.
COVID-19 менән сирләүҙең ҡатмарлы кисереү хәүефе булғандарҙың (хроник ауырыуҙары булған, бигерәк тә тын алыу юлдары, ҡан-тамыр системаһы ауырыуҙары, диабет сирлеләр, 65 йәштән өлкәндәр) бындай күмәк сараларға килеү хупланмай.
https://dumrb.ru/ сайтынан.
Читайте нас: