Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 01:05

Дезинфекциялау эштәре даими ойошторола

Башҡортостандың муниципаль райондарында һәм ҡала округтарында дезинфекциялау эштәре алып барыла

Башҡортостандың муниципаль райондарында һәм ҡала округтарында дезинфекциялау эштәре алып барыла. Хеҙмәткәрҙәр йорт буйҙарын, подъездарҙы, урамдарҙы, квартал-ара үткелдәрҙе, тротуарҙарҙы эшкәртә.
Күп ҡатлы йорттарҙағы дөйөм милекте санитар эшкәртеүгә финанс саралары республика ҡаҙнаһынан бүленгән. Был идарасы компанияларға һәм йорттарҙы хеҙмәтләндереүсе ойошмаларға коронавирус инфекцияһына ҡаршы эштәрҙе башҡарыу өсөн ярҙам булараҡ бирелә.
“Башфармация” ойошмаһы аша муниципалитеттар 15 меңгә яҡын битлек, комбинезондар, бирсәткәләр, 10 мең пар итек һәм һаҡлаусы күҙлектәр, ике мең артмаҡлы һиптерткес һәм 16 мең литр дезинфекциялау саралары (ҡатнашмаға әйләндергәс, 15 миллион литр) алған. Улар сентябргә тиклем етергә тейеш.
Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән үткәрелгән сараларҙың ваҡытында үткәрелеүен контролдә тота.
1 апрелдән алты меңгә яҡын подъезд тикшерелгән. Республиканың Торлаҡ-хужалыҡ министрлығы вәкилдәре лә даими тикшереүҙәр ойоштороп тора.
Көн һайын ике мең ихата, 15 мең подъез планлы дезинфекциялана. Республиканың Торлаҡ-хужалыҡ министрлығы булдырған регламентҡа ярашлы, подъездарҙы дезинфекциялау аҙнаһына ике тапҡырҙан да һирәгерәк үткәрелергә тейеш түгел, бәләкәй архитектура формаларында - кәмендә аҙнаһына бер тапҡыр.
Фото: https://zhilstroynadzor.bashkortostan.ru
Читайте нас: