Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры – вице-премьер Борис Беляев белдерҙе.
Эште республиканың 12 муниципалитетында тамамланылар, 38 ҡала һәм райондарҙа пландың 80 проценттан артығы үтәлгән. 2020 йылда программаға ярашлы 699 күп фатирлы йортта 2 185 подъезд ремонтланасаҡ.
Санитар-эпидемологик сикләүҙәр арҡаһында март аҙағында туҡтатылған эштәр июль башынан яңыртылды. Йыллыҡ күләмде 1 октябргә тамамларға уйлайҙар. Инвалидтар өсөн 13 подъезда махсус пандустар ҡуйыласаҡ.
2021 йылдағы комплекслы ремонтҡа 776 күп фатирлы йорттоң 2112 подъезын ремонтлау индерелгән. Коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле эштәр күләме бер аҙ үҙгәртелде.
Яңы планға индерелмәгән подъездарҙы 2022 йылға ремонтлауға планлаштырырға кәрәк. Ошо йорттарҙа йәшәүселәргә был турала мәғлүмәт биреү мотлаҡ,– тип белдерҙе Радий Хәбиров.– Шулай уҡ республиканың төҙөлөш комплексына рәхмәт белдерәм. Торлаҡ төҙөү күләме ыңғай үҫә, 2020 йылдың беренсе яртыһында үткән йыл менән сағыштырғанда 3,8 процентҡа артты.
https://house.bashkortostan.ru