2020 йылда короновирус инфекцияһы (COVID-19) таралыу сәбәпле тормошобоҙға төрлө сикләүҙәр индерелде.
Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты республика мәсеттәрендә байрам намаҙын хәүефһеҙ үткәреү өсөн положение әҙерләне.
Байрам намаҙы һәм хөтбә (доға, байрам вәғәзе) 06:00-07:00 сәғәттәрҙә, 20 минуттан да артмаған ваҡытта үтергә тейеш. Ҡатнашыусылар сараларҙан һуң тотҡарланып тормайынса таралашырға тейештәр. Байрам һый-хөрмәтен ойоштороу тыйыла.
Мәсет эсендә һәм уның территорияһында 1,5 метрлыҡ социаль дистанциялар билдәләнергә тейеш.
COVID-19 менән сирләүҙең ҡатмарлы кисереү хәүефе булғандарға (хроник ауырыуҙары булған, бигерәк тә тын алыу юлдары, ҡан-тамыр системаһы ауырыуҙары, диабет сирлеләргә, 65 йәштән өлкәндәргә) мәсеткә килеүҙе сикләргә;
Мәсеткә килеүселәр һәм хеҙмәткәрҙәр битлек режимын ҡәтғи үтәргә тейеш (имамдар битлектәр таратыуҙы хәстәрләй);
1,5 метр дистанция һаҡланырға тейеш, килеүселәр намаҙлыҡ түшәген үҙҙәре алып килә;
Яҡын аралашыуҙан, ҡул биреп күрешеүҙән тыйылырға;
Башҡа санитар сараларҙы ирекмәндәр ярҙамында мәсет биләмәһенә ингән ерҙә башҡарырға (ҡулдарҙы антисептик саралар менән эшкәртеү, кәрәк саҡта битлектәр таратыу).
Хөрмәтле имамдар! Көн һайын сирләүселәр һаны арта, пандемия инде яңылыҡ түгел, һәр кемдең тиерлек ауырыу үткәргән таныштары бар. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә яуаплы ҡарап, уларҙы теүәл үтәгеҙ.
Положение тексты https://dumrb.ru сайтынан.