Рух
+3 °С
Облачно
Новости
27 Июля 2020, 10:20

Экспортҡа аҙыҡ-түлек оҙатыу күләме арта

Республиканың аграр сәнәғәт комплексы 91 миллион долларлыҡ продукцияны экспортҡа сығарған.

Добавить в предпочтительные источники Google
22 июлгә ҡарата алынған мәғлүмәттәр республиканың үткән йылдағы ауыл сәнәғәте комплексы продукцияһын экспортлау графигынан күпкә алдараҡ барыуын күрһәтә. Эшкәртелгән аҙыҡ-түлек экспорты үҫешә. Сит илгә оҙатылған күләмдең яртыһы тиерлек май аҙыҡ-түлектәренә тура килә, шәкәр һәм башҡа продукция ла күпләп сит илдәргә сығарыла.
Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының “Аграр сәнәғәте комплексы” федераль проекты буйынса республиканың аграр сәнәғәт комплексы продукцияһын экспортҡа сығарыу күрһәткесе 230 миллион долларға тиклем етергә тейеш.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.
Республика матбуғаты материалдары нигеҙендә әҙерләнде.
Читайте нас