Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июль 2020, 11:30

Эшҡыуарҙар өсөн лагерҙар эшләй

Башҡортостанда яңы эш башлаған йүнселдәрҙе эшҡыуарлыҡ лагерҙарына йәлеп итеү эше бара

Башҡортостанда яңы эш башлаған йүнселдәрҙе эшҡыуарлыҡ лагерҙарына йәлеп итеү эше бара. Был “Бәләкәй, урта һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.
Эшҡыуар булараҡ теркәлгән йүнселдәр тәжрибәле тренерҙар ярҙамында Александр Остервадьдер моделе буйынса үҙенең эшҡыуарлығын төҙөү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Беренсе эшҡыуарлыҡ лагеры 1-2 августа Сибай ҡалаһында үтәсәк. Ошондай лагерҙар 15-16 августа – Стәрлетамаҡта, 29-30 августа “Павловка паркы” ял базаһында ойоштороласаҡ.
Лагерҙа бушлай ҡатнашырға мөмкин, тик урындар сикле. Уларҙа ҡатнашырға теләгәндәр 8 (347) 298-00-78, 8 (347) 299-99-90, +7 965 936-34-53 (WhatsApp) телефондары буйынса теркәлә ала. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә оҫталыҡ кластары, конференциялар һәм башҡа саралар үткәреләсәк.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.
Республика матбуғаты материалдары нигеҙендә әҙерләнде.
Читайте нас: