Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2020, 12:40

Белгестәр өсөн төрлө ярҙам программалары эшләй

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен квалификациялы кадрҙар менән тулыландырыу мәсьәләһе әле лә көн ҡаҙағында тора.

Республиканың медицина учреждениеларында 52 мең кеше эшләй, шул иҫәптән 14 меңдән ашыу табип һәм 37 мең урта медицина белемле хеҙмәткәр. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен квалификациялы кадрҙар менән тулыландырыу мәсьәләһе әле лә көн ҡаҙағында тора.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, мөһим программаларҙы тормошҡа ашырыу дауам итә. Уларҙың береһе - “Ауыл фельдшеры”. 2020 йылда фельдшер-акушерлыҡ пункттарына эшкә килгән белгестәр 500 мең һум күләмендә түләүҙәр аласаҡ.
“Ауыл табибы” программаһы буйынса Үҙәк район дауаханаларына эшкә килгән табиптарға бер миллион һум күләмендә аҡса түләнә. Июнь башына тиклем бындай түләүҙәрҙе 20 кеше алды.
Ҙур һорау менән файҙаланған һирәк белгестәргә ярҙам итеү программаһы буйынса ярты йыл эсендә 17 табип түләүҙәр алған. Программаны тормошҡа ашырыу өсөн быйыл 300 миллион һумлыҡ бюджет средстволары тотоноласаҡ, тип белдерәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Республика матбуғаты материалдары буйынса.
Читайте нас: