Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июль 2020, 11:50

Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре – социаль мәсьәлә

Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре медицина проблемаһы ғына түгел, ә ҙур социаль мәсьәлә булып тора. Өлкән быуын ғына түгел, хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр араһында ла сирләйҙәр.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм “Йөрәк-ҡан тамырҙары менән көрәш” төбәк проектын тормошҡа ашырыу, дарыуҙар менән льготалы тәьмин итеүҙе камиллаштырыу һөҙөмтәһендә һуңғы биш йылда республикала ҡан әйләнеше системаһы һәм миокард инфаркты сирҙәренән үлем осраҡтарын (5 һәм 8 процентҡа) кәметергә мөмкин булды.
Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре медицина проблемаһы ғына түгел, ә ҙур социаль мәсьәлә булып тора. Өлкән быуын ғына түгел, хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр араһында ла сирләйҙәр.
Республикала һәр өсөнсө өлкән кеше йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәренән яфалана, 2019 йыл аҙағында был патологияға дусар ауырыуҙар 1 184 413 кеше тәшкил итте. Шуларҙың 44 процентында – гипертония, 25 процентында – цереброваскуляр сирҙәр, 18 процентында – йөрәк ишемияһы. Скрининг һәм диспансерлаштырыу, иҫкәртеү эше хәүефле төркөмгә инеүселәрҙе иртәрәк асыҡларға һәм дауаларға ярҙам итә.
Фото: otgipertonii.ru
Республика матбуғаты материалы буйынса.
Читайте нас: