Ауырғазы районының игенселәре бер нисә көн элек ужым игенен сабыуға төшкәйне. Әле «Уңыш» хужалығында ужым арышын һуғалар. Ҡеүәтле 7 АКРОС иген баҫыуын иңләй.
Иген бөртөктәре ҡоро, дымлылығы 14%-тан артмай. Гектар ҡеүәте 33-35 центнер тирәһе. Әлбиттә, уңышты күберәк йыйып алыу өмөтө бар ине. Ике аҙна алдан күҙаллауҙарынса, гектарынан 40 центнер алыу иҫәбе бар ине. Ләкин артығынан эҫе көндәр тороу сәбәпле иген тейешенсә тулыша алмаған.
Хәҙер иһә ауыл эшсәндәре алдында игенде ваҡытында, юғалтыуһыҙ йыйып алыу бурысы тора. Улар уңыштың күберәк ужым культураларынан буласағын аңлай. Шуға күрә киләһе ужымды сәсеү өсөн сифатлы орлоҡ хәстәрләүҙе, минераль ашлама, үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын булдырыуҙы бөгөндән башларға кәрәк.