Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль 2020, 22:05

Һөтлө һыйырҙар һаны арта

Ауырғазы районына 150 баш тоҡомло һыйыр килтерелде

Ауырғазы районына 150 баш тоҡомло һыйыр килтерелде. Был ҡара-ала тоҡомло һөтлө малдың икенсе партияһы инде. Урындағы хужалыҡтарҙың һыйырҙар һанын арттырып тороуы һөттөң артыуына килтерә. 2020 йыл башынан һөт етештереү 400 мең тоннаға етте. Был үткән йыл менән сағыштырғанда 21 мең тоннаға артығыраҡ.
Етештерелгән һөттөң байтаҡ өлөшө Ауырғазы, Саҡмағош, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Йәрмәкәй, Учалы, Ҡалтасы, Туймазы райондарының иң яҡшы 10 хужалығына тура килә.
“Минең маҡсатым – Рәсәйҙең ҡайһы төбәгендә генә башҡорт һөтөн һатып алһалар ҙа, уның яҡшы сифатлы икәнен белһендәр, - тип яҙа үҙ сәхифәһендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. – Беҙ бөгөндән үк үҙебеҙҙә тәбиғи, тәмле һәм һорау менән ҡулланған продукция етештереүебеҙҙе билдәләп үтә алабыҙ”.
Читайте нас: