Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль 2020, 14:10

Тәбиғәт паркында сүп-сар проблемаһы юҡ

“Ҡандракүл” тәбиғәт паркында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү камиллаштырыла.

“Ҡандракүл” тәбиғәт паркында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү камиллаштырыла.
Йыл һайын бында бик күп кеше ял итә. Хәҙер парк биләмәһендә тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлау, күбәйтеү өсөн заманса шарттар ҙа булдырыла.
Хеҙмәткәрҙәр биләмәне таҙа тоталар, даими тәртип урынлаштырырға тырышалар. “Экология Т” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сүп-сарҙы ташый.
Күптән түгел “Ҡандракүл” тәбиғәт паркына өҫтәмә һәр береһенең күләме 1,1 кубометр булған 30 заманса евроконтейнер урынлаштырҙылар.
"Көндәр эҫеләнеү менән ял итеүселәр күпкә артты һәм сүп-сар ҙа күбәйҙе. Әммә был мәсьәлә хәҙер тиҙ хәл ителә. Биләмәлә ҡыйҙы йыйыу һәм сығарыу өсөн алты бункер, 50 евроконтейнер ҡуйылған", – ти республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Рим Миңләхмәтов.
Контейнерҙар уңайлы ҡапҡастар менән тәьмин ителгән. Улар тулыһынса йәки яртылаш асыла. Өҫтәүенә, һауа торошо һәм тәбиғәт шарттары үҙгәрештәренә бирешмәйҙәр. Файҙаланғандан һуң ҡапҡастарҙы ҡайтанан эшкәртеүгә ебәрергә мөмкин.
Паркка ял итергә килгәндәр ҙә хеҙмәткәрҙәрҙең тырышлығын баһалай.
Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен төрлө яҡлап ҡурсалау – ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Экология” милли проекты маҡсаттарының береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
Республика матбуғаты материалы файҙаланылды
Читайте нас: