“Проектсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – Рәсәй һәм яҡын сит илдәр баҙарында һыу таҙартыу кеүек хеҙмәттәр тәҡдим иткән инжиниринг компанияһы. “Башвтормет” акционерҙар йәмғиәте – республикалағы ҡара һәм төҫлө металл ҡалдыҡтарын ҡабул итеү, эшкәртеү менән шөғөлләнгән ҙур етештереү предприятиеһы.
Республика предприятиелары ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проектының маҡсаттарын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша.
Проектта иҡтисадтың сеймал тармағына ҡарамаған, 400 миллиондан 30 миллиард һумға тиклем табыш алған, устав капиталында сит ил ҡатнашҡан өлөшө 25 проценттан ашмаған предприятиелар ҙа ҡатнаша ала.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: “Проектсервис” йәмғиәте.
Республика матбуғаты материалы файҙаланылды.