Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль 2020, 22:15

Балалар мәғариф технопаркы заманса төҫ алды

Благовещенда Балалар мәғариф технопаркы бинаһын капиталь ремонтлана

Благовещенда Балалар мәғариф технопаркы бинаһын капиталь ремонтлана. Хәҙер уның төҙөлөшө 2018 йылда асылған кванториумдыҡына оҡшаған.
Яңы уҡыу йылында балалар заманса аудиторияларҙа ғилми эшмәкәрлек һәм ижад менән шөғөлләнә аласаҡ.
Благовещендағы Балалар мәғариф технопаркын ремонтлауға урындағы бюджеттан 10 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Бинаның йылытыу һәм һыу бүлеү системаларын йүнәтелгән, ишектәре алыштырылған, диуарҙары ремонтланған, һурҙырғыстар монтажланған.
Хәрәкәттәре сикләнгән граждандар өсөн электр күтәргес йыһазландырылған, биләмәнең кәртәләре һәм тротуар плитәләре алыштырылған. Бинаның тышы ла яңырған, уның эргәһендә төҙөкләндереү эштәре бара.
Балаларға белемен камиллаштырыуға уңайлы шарттар тыуҙырыу Рәсәй Президентының май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Мәғариф” милли проектын бойомға ашырыуға булышлыҡ итәсәк.
Фото: www.facebook.com
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Республика матбуғаты материалы файҙаланылды.
Читайте нас: