Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль 2020, 22:10

Августа «Ирәндек моңдары» конкурсы үтәсәк

15 июлдә республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев «Ирәндек моңдары» төбәк-ара башҡорт йырын башҡарыусылар конкурсын ойоштороу һәм үткәреү буйынса онлайн кәңәшмә үткәрҙе.

Конкурс быйыл 21-22 августа Сибай ҡалаһында үтәсәк. Ойоштороу комитеты эшендә Сибай ҡалаһынан ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова, республика Халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева, Сибай ҡалаһының мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илшат Солтангәрәев ҡатнашты.
????Положениеға ярашлы, конкурсҡа 7 йәштән 16 йәшкә тиклем балалар, 17 йәштән 65 йәшкә тиклем һәүәҫкәр башҡарыусылар һәм 17 йәштән 45 йәшкә тиклем профессиональ башҡарыусылар.
7 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар араһында ярыш 2020 йылдың 10 авгусында онлайн режимда бер турҙа үтәсәк.
Һәүәҫкәр һәм профессиональ башҡарыусылар араһында ул ике турға бүленә:
I тур - 10-11 августа онлайн режимда;
II тур – беренсе турҙы үтеүселәр араһында 21 августа, конкурсанттар шәхси ҡатнаша.
Гала-концерт һәм еңеүселәрҙе бүләкләү 22 августа Сибай ҡалаһының үҙәк майҙанында үтә.
Конкурста ҡатнашыу өсөн заявкалар һәм башҡарыусының видеояҙмаһы 5 авгусҡа тиклем https://im.sibaytv.ru сайтында ҡабул ителә.
Барлыҡ һорауҙар буйынса Республика Халыҡ ижады үҙәгенә 8 347 289 65 50 телефоны аша, Сибай ҡалаһының мәҙәниәт бүлегенә 8 (34775) 2-30-90, 2-28-97 телефондары аша мөрәжәғәт итергә.
Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы материалы буйынса.
Читайте нас: