Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июль 2020, 12:45

Онкология диспансерында - яңы операция өҫтәлдәре

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәренә ҡаршы көрәш” төбәк проектына ярашлы республика клиник онкология диспансерына биш күп функциялы Седжери 8600 универсаль операция өҫтәле килтерелде

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәренә ҡаршы көрәш” төбәк проектына ярашлы республика клиник онкология диспансерына биш күп функциялы Седжери 8600 универсаль операция өҫтәле килтерелде. Барыһы ла үҙебеҙҙең илдә, «Диксион» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан етештерелгән.
Был яңы ҡорамалдар хирургия ярҙамы кәрәк булған бар осраҡтарҙың да талаптарына тура килә, сирлеләрҙе дауалауҙа ышаныслы ярҙамсы буласаҡ. Төп үҙенсәлеге – модулле ятыу урыны, ул кеше кәүҙәһенең анатомияһына яраштырып эшләнгән, һәр төрлө операция яһағанда ла уңайлы. Уны электр ярҙамында көйләйҙәр, конструкция пациент өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ, медицина хеҙмәткәрҙәренә лә ул эште еңеләйтә. Ҡеүәтле аккумулятор батареялары өҫтәлде көн һайын өҙлөкһөҙ ҡулланырға мөмкинлек бирә.
Бындай операция өҫтәлдәре булыу онкология сирлеләрҙе хирургия буйынса сифатлы дауаларға ярҙам итә.
Фото һәм мәғлүмәт: https://health.bashkortostan.ru
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: