Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында аңлатыуҙарынса, Башҡортостан Республикаһы спорт өлкәһендә ҡаҙаныштары менән дан тота. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән спортсыларҙың ҡаҙаныштары тотош донъяға билдәле.
Рима Баталова – еңел атлетика буйынса 13 тапҡыр Паралимпия уйындары, 18 тапҡыр донъя, 43 тапҡыр Европа, 36 тапҡыр донъя чемпионы. Ул алты тапҡыр рәттән Паралимпия уйындарында ҡатнашҡан. “Рима Баталова – тере легенда. Ул – үҫеп килгән быуындар өсөн миҫал”, – тип аңлаталар министрлыҡта.
Үҙәккә был исемде биреү хаҡындағы ҡарар быйыл май айында Башҡортостан үҫешенә ҙур өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү мәсьәләләре буйынса ултырышта ҡабул ителгән, тип аңлаталар ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Спорт әҙерлеге үҙәге ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" проекты сиктәрендә барлыҡҡа килгәйне.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Спорт әҙерлеге үҙәге.
Республика матбуғаты материалдары буйынса.