Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығында ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтовтың “Европак” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре менән эшлекле осрашыуы үтте.
“Европак” компанияһы экспортлаусылар өсөн йөктө флекситанктарҙа, йәғни бер тапҡыр ҡулланыла торған герметик һауыттарҙа ташыуҙы тәҡдим итә. Был махсус ҡап контейнерға һалына, тимер юлдар йәки диңгеҙ юлы менән Рәсәйгә һәм донъяның тағы унлаған иленә килтерелә.
“Европак” компанияһы вәкилдәре аңлатыуынса, йөктө бындай ҡаптар аша ташыу экспортлау менән шөғөлләнгән компанияларға технологик һәм логистик өҫтөнлөктәргә эйә булырға, продукция менән сауҙа итеүҙең яңы баҙарҙарына сығырға һәм ташыу өсөн сығымдарҙы һиҙелерлек кәметергә булышлыҡ итәсәк.
2020 йылдың тәүге ярты йылында республика аграр комплексы продукцияһын экспортлау 76 миллион АҠШ доллары тәшкил иткән. Был, үткән йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк.
“Халыҡ-ара кооперацияһы һәм экспорт” милли проектының “Башҡортостан Республикаһында аграр сәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау” төбәк проекты индикаторҙарына ярашлы, 2024 йылға тиклем республика продукцияһын сит илгә сығарыу күләме 230 миллион АҠШ долларына тиклем барып етергә тейеш.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.
Республика матбуғаты материалдары буйынса.