"Демография" милли проектының «Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә ярҙам итеү – өс йәшкә тиклемге балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү шарттарын булдырыу» төбәк проекты 3 йәшкә тиклемге балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү мөмкинлеген 100% булдырыу маҡсатынды Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан 2020 йылда грант алыу өсөн конкурс үткәрелде. Уның буйынса шәхси мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында 1,5 йәштән 3 йәшкә тиклемге балалар өсөн 200 өҫтәмә урын булдырыуға 24,7 миллион һум аҡса бүленә.
Конкурста ҡатнашҡан 16 шәхси балалар баҡсаһы араһында Өфө ҡалаһының 5 шәхси балалар баҡсаһы һайлап алынды.
«Буратино» балалар баҡсаһы (шәхси эшҡыуар Ф.Н.Мәхмүтова) - 4,4 миллион һум, «МИН-ГЕНИЙ» автономиялы коммерциялы булмаған белем биреү ойошмаһы - 8,1 миллион һум, «Софи» балалар баҡсаһы (МФДЦ)- 6,7 миллион һум, «Софи» балалар баҡсаһы (А.Л.Кузьмина) - 2,96 миллион һум, «Йәйғор Өфө» шәхси белем биреү учреждениеһы - 2,5 миллион һум.
Был аҡсалар мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларын белем һәм тәрбиә биреү саралары менән йыһазландырыуға, бында эшләүсе белгестәрҙең һәм етәкселәрҙең квалификацияһын күтәреүгә йүнәлтеләсәк.
Мәғлүмәт Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы сайтынан алынды.
Фото: http://радуга-уфа.дети/
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан