Республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк проекты тормошҡа ашырыла.
Уның ярҙамында медицина учреждениелары заманса ҡорамалдар, программалар, сервер системалары менән тәьмин ителә.
Июндә Башҡортостандың медицина ойошмаларына йәмғеһе 2312 принтер һәм 1912 күп функциялы ҡорамалдар алынған. Дөйөм суммаһы 597,4 миллион һумлыҡ 16 контрактҡа ҡул ҡуйылған.
Төбәк проектын 2020 йылда тормошҡа ашырыу өсөн 1 594,05 миллион һум ҡаҙна сараһын тотоноу күҙаллана, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан 1 562,17 миллион һум.
Тармаҡты һанлаштырыу халыҡ өсөн медицина ярҙамын уңайлы һәм сифатлы итә. “Һанлы иҡтисад” милли проекты өс йыл эсендә йәмғеһе ике меңдән ашыу ауыл һаулыҡ һаҡлау учреждениеһын сымлы һәм сымһыҙ технологияларға тоташтырыуға булышлыҡ итәсәк.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://supermed.pro/
Республика матбуғаты материалдары буйынса әҙерләнде.