Рух
+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июль 2020, 12:15

Башҡортостанда төҙөкләндереүгә етди ҡараш

Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Максим Егоров баш ҡалабыҙҙағы ихаталарҙың үҙгәртеп ҡоролоуы менән танышты.

Өфөлә үткән Халыҡ-ара урбанистика форумы сиктәрендә Максим Егоров Башҡортостандың вице-премьеры – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев менән бергә баш ҡаланың Киров районындағы ихаталарҙы үҙгәртеп ҡороу барышы, Ленин урамындағы 102-се һәм Коммунистик урамындағы 71-се йорттарҙың ихата биләмәләре менән танышты. Ленин урамындағы ихата “Башҡорт ихаталары” республика ихата биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса комплекслы программа сиктәрендә төҙөкләндерелгән.
Проект сиктәрендә тротуарҙар, йәйәүлеләр өсөн 4,5 мең квадрат метрҙан ашыу майҙандағы һуҡмаҡтарға асфальт түшәлгән, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары ҡуйылған. Яҡтыртыу системаһы ипкә килтерелгән һәм 13 яҡтыртҡыс һәм ете видеокүҙәтеү камераһы барлыҡҡа килгән.
Быйыл баш ҡаланың Коммунистик урамындағы 71-се йорттоң майҙаны ун мең квадрат метр тәшкил иткән ихатаһы программа сиктәрендә төҙөкләндерелә. Планлаштырылған барлыҡ эштәрҙең 20 проценты башҡарылған. Камералар “Хәүефһеҙ ҡала” системаһына тоташтырыласаҡ. Августа бында яңы эскәмйәләр һәм сүп-сар һауыттары барлыҡҡа киләсәк.
Максим Егоров менән Борис Беляев Миҙхәт Шакиров исемендәге скверҙы ла ҡараны. Бындағы төҙөкләндереү майҙаны 2300 квадрат метр тәшкил итә. Бордюрҙар ҡуйылған, ҡоймалар эшләнә. Ә барлыҡ эштәр июлдә тамамланасаҡ.
– Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төбәктәренә лә Башҡортостан тәжрибәһен файҙаланырға кәңәш итәм. Был – биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә комплекслы ҡараш. Бында бер-бер артлы эш бара: ҡыйыҡтар, фасадтар, юлдар һәм тротуарҙар ипкә килтерелә, балалар өсөн майҙансыҡтар ҡуйыла. Туҡталҡаларға ла айырым ҡараш бар. Бар осрашыуҙарҙа ла, сараларҙа ла Башҡортостан тәжрибәһен алдынғы тип тәҡдим итергә әҙермен, – тип белдерҙе Максим Егоров.
“Башҡортостан” гәзите материалы буйынса әҙерләнде.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: