Сараны үткәреү өсөн Меркет-мең ырыуы башҡорттарының төйәге булған Мораҙым ауылы һайланды. Был ауылдың күп быуатлыҡ данлы тарихы бар. Батырҙары менән дан тота. сарала был батырҙарҙың йәш быуыны уҡтан атыу оҫталығын татып ҡаранылар.
«Мәргән уҡсының 7 йондоҙлоғо» проекты спорт төрҙәрен һәм аҫаба халыҡтың традицияға ингән уйындарын, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалай, йәштәрҙе спортҡа ылыҡтыра, насар ғәҙәттәр йоғонтоһона бирелеүҙән ҡурсалауға йүнәлтелгән.
Проект буйынса республиканың райондарында һәм ҡалаларында ете уҡсылар секцияһы булдырыу планлаштырыла. Был уҡтан атыу буйынса оҫталар әҙерләүгә ярҙам итәсәк. Шул уҡ ваҡытта был этно-спортты популярлаштырыу ҙа.
Грант аҡсаһына уҡтар, йәйәләр, уҡ өсөн щиттар, мишень алынған.
Семинар файҙалы үтте. Унда башҡорттарҙың кейемдәре, хәрби тарихы, йолалары, «Мәргән уҡсы» хәрәкәте тураһында һөйләнеләр.
Хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж үткәрелде, уҡтан атыу ҡағиҙәләре менән таныштырғас, уҡтан атып ҡаранылар.
Сарала район хакимиәтенең социаль мәсьәләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Сергей Цуканов, Михайловка ауыл Советы башлығы Нил Ҡоҙашев ҡатнашты.
Районда ойоштороласаҡ клуб «Мең Меркет» тип аталасаҡ. Был Мәргән уҡсы ойошмаһының 7 йондоҙлоғоноң беренсеһе. Киләһе семинар июлдә Бүздәк районында үтәсәк. созвездии Мэргэн уксы. Следующее семинар пройдет в июле в Буздякском районе республики.
Фотолар: https://vk.com/mergenyk сәхифәһенән.