Бында эко-отель була, ул 1 июлдән эшләй башлап, йыл әйләнәһенә ҡунаҡтар ҡабул итәсәк.
Отель тик ағас, мамыҡ кеүек экологик материалдар ҡулланып төҙөлгән. Отделка эшендә витраж быялалар кеүек үҙенсәлекле материалдар ҡулланылған. Туалет бүлмәләренә һыу үткәрелгән. Номерҙар ҡыш көндәре йылытыла.
Ете номер, ә урталағыһы кафе. Бында бер юлы 50-ләп кеше ял итә ала.
Һәр стандарт номерға 6-8 кеше урынлаша ала. Бүлмәләр ике яруслы карауаттар менән йыһазландырылған. Тирмәләрҙең береһе - "ғаилә" форматында. Йәғни унда ике урынлы карауаттар урынлаштырылған.
«All inclusive» системаһын үҙ итеүселәр өсөн кафела туҡланыу, тау башына экскурсия, атта йөрөү, фотосессия һәм велосипедта йөрөү пакеты ла индерелгән.
Кафеға теләгәндәрҙең барыһы ла бара ала. Менюға хәләл ризыҡтар ғына индерелгән. Өсмөйөштәр, бишбармаҡ, ҡымыҙ тәҡдим ителә.
Фото һәм мәғлүмәт: https://vk.com/geoparktoratau сайтынан.