Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июль 2020, 01:45

Талбазы мәктәбендә – яңы кәртәләр

Талбазы ауылының 2-се мәктәбендә яңы кәртәләр барлыҡҡа килде.

Үткән уҡыу йылында Талбазы ауылының 2-се мәктәбенең башланғыс кластары өсөн элекке балалар йорто бинаһы бирелде. Ул саҡта ремонтҡа 11,5 миллион һум бүленгәйне.
«Реаль эштәр» программаһы буйынса мәктәп территорияһын тимерҙән сүкеп эшләнгән кәртәләр менән уратып алдылар һәм ҡапҡа ҡуйҙылар.
Республика һәм урындағы бюджеттан 780 мең һум тирәһе бүленгән. Июндә иҫке кәртәләрҙе алып, яңыларын урынлаштырҙылар.
Читайте нас: