Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июль 2020, 10:35

Фонтан яңыртылды

Өфөлә “Бейеүсе торналар” фонтаны 1970 йылда уҡ төҙөлә

Өфөлә “Бейеүсе торналар” фонтаны 1970 йылда уҡ төҙөлә. Ул ҡала халҡының, ҡунаҡтарҙың яратҡан урыны булып таныла. Бында йәштәр өсөн осрашыу урыны була, ғаиләлеләр фотоларға төшәләр, балаларҙы алып киләләр. 2008 йылдан ул эшләмәй, һуңынан һүтелеп алына.
Июль башында иһә был фонтан заманса үҙгәртелеп, яңынан үҙ урынына ҡайтты. Ул ҡабаттан халыҡтың яратып йөрөгән урындарының береһе булып китер. Өҫтәүенә, бында балалар өсөн ҙур ғына майҙансыҡ бар, урам тренажерҙары, велосипед ҡуйыу өсөн махсус урындар әҙерләнгән. Wi-Fi менән ҡулланырға була, тирә-яғы йәшелләндерелгән.
Читайте нас: