Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июль 2020, 09:40

Өфө – Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Был турала Рәсәй Президенты Владимир Путин иғлан итте.

Ул илдең егерме ҡалаһына хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы исемен биреү башланғысын хупланы.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөгә 36 сәнәғәт предприятиеһы күсерелә, төрлө яҡтарҙан 104 меңдән артығыраҡ кеше эвакуациялана. Һуғыш ваҡытында башҡалала 51 мең авиация моторы әҙерләп сығаралар, һәр өсөнсө танкка Башҡортостан бензины һалына.
29 хәрби госпиталдә 150 мең яралы һәм ауырыуҙар дауалана. Республикала ойошторолған 23 хәрби берләшмә араһында легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы бар.
Өфөгә был исемде биреүҙе яҡлап 1,2 миллион кеше имзаһын ҡуйған.
Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы исеме Һамар, Екатеринбург, Пермь, Түбәнге Тагил, Ҡазан, Һарытау, Боровичи, Иваново, Ижау, Иркутск, Магнит, Түбәнге Новгород, Новокузнецк, Новосибирск, Омск, Томск, Ульяновск, Ярославль, Силәбе ҡалаларына ла биреләсәк.
Фотолар: https://twitter.com/ һәм tr.pinterest.com
Читайте нас: