Рух
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июль 2020, 15:00

Илона Макаренко брифинг үткәрҙе

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко Рәсәй буйынса дөйөм тауыш биреү йомғаҡтары буйынса брифинг үткәрҙе

2020 йылдың 1 июлендә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса ил буйынса дөйөм тауыш биреү тамамланды.
Территориаль һәм участка һайлау комиссияларының тауыш биреү процесын 29 мең 395 комиссия ағзаһы тәьмин итте.
Башҡортостан республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге мәғлүмәттәре буйынса тауыш биреүҙә 2 миллион 763 98 мең кеше ҡатнашҡан, был ҡатнашыусылар исемлегенә индерелгән граждандарҙың 90,83 процентын тәшкил итә.
Республиканың баш ҡалаһында әүҙемлек 86,85 %, ҡалалар буйынса (Өфө ҡалаһынан тыш) уртаса 88,28 %, райондар буйынса уртаса күрһәткес – 93,73 %.
«ЭЙЕ» позицияһы буйынса тауыш биреүселәр һаны 2 млн. 448 мең 685 кеше (88,68%).
Өфө ҡалаһы буйынса – 83%, башҡа ҡалалар буйынса – 86,73%, райондар буйынса – 91,95%.
«ЮҠ» позицияһы буйынса тауыш биреүселәр һаны 292 мең 701 кеше, йәки 10,60%, шуларҙың 15,99%-ы Өфө ҡалаһы буйынса, башҡа ҡалалар буйынса (Өфө ҡалаһынан тыш) – 12,65%, райондар буйынса – 7,43%.
Үҙе булған урында ғариза буйынса тауыш биреүселәр 30 мең 809 кеше тауыш биргән йәки «Мобиль һайлаусы» механизмы менән файҙаланыусылар 78,8 процент.
30 йәшкә тиклемге һайлаусыларҙың 80 проценты тауыш биреүҙә ҡатнашҡан.
Тауыш биреү урындарына бармайынса тауыш биреүселәр һаны барлыҡ һайлаусыларҙың 15 процентын тәшкил итте.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың исемлегенән 84,77%-ы тауыш бирҙе.
Республика Үҙәк һайлау комиссияһының «Ҡыҙыу линия» телефонына 1049 шылтыратыу булған. Граждандар йыш ҡына тауыш биреү тәртибен, РФ конституцияһына төҙәтмәләр тураһында аңлатыуҙы һорап, шулай уҡ һайлау участкаларының урынлашҡан урынын асыҡлау буйынса аңлатыуҙы һораны.
Республика үҙәк һайлау комиссияһы мөрәжәғәттәр, һайлау кампанияһы менән сағыштырғанда, бик аҙ. Тауыш биреү көнөнә тиклем 48 мөрәжәғәт, тауыш биреү көнөндә – ете. Бөтә мөрәжәғәттәр законда билдәләнгән ваҡыт эсендә ҡаралды, ҡануниәт боҙоуҙар күҙәтелмәне.
Территориаль һайлау комиссияларына туғыҙ мөрәжәғәт булған, протоколға ҡул ҡуйғанда шәхси фекерен ике кеше белдергән, участка һайлау д 12 мөрәжәғәт ҡаралған, айырым бер фекер белдерелгән.
Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреү барышын яҡтыртыу өсөн киң мәғлүмәт сараларынан 117 редакцияның 474 вәкиленә аккредитация үткәргән. Тауыш биреү көнөндә участкаларҙа 294 киң мәғлүмәт саралары вәкиле булды.
13 мең 406 йәмәғәт күҙәтеүсеһе тауыш биреү көнөндә эш барышын күҙәтте, улар Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палаталарынан тәғәйенләнгән.
Илона Анатольевна үҙенең сығышы һуңында республика халҡына әүҙем тормош позициялары өсөн, шулай уҡ барлыҡ ойоштороусыларҙың – һайлау комиссияһы ағзалары, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, журналист, йәмәғәт күҙәтеүселәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә Конституцияға төҙәтмә өсөн тауыш биреүҙә әҙерләү һәм үткәреү буйынса ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
Фото: echomskufa.ru
Читайте нас: