Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2020, 17:50

Тауыш биреү дауам итә

Талбазы ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәриф Мөсәғитов беренселәрҙән булып тауыш бирҙе

Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү дауам итә
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һайлау участкалары 25 июндә асылды. Унда һәр кем иртәнге сәғәт һигеҙҙән килә алды.
Һаҡланыу саралары – тәү сиратта. Шуға ла Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары тауыш биреүселәрҙең өйҙәренә юллана. Исемлектә өлкән йәштәге кешеләр, сәләмәтлеге буйынса сикләнгән граждандар, ғөмүмән, ярҙамға мохтаж кешеләр.
Бөгөн, 1 июль, ил Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙең төп көнө. Был көн ял итеп иғлан ителде.
Ауырғазы районында ла граждандар үҙ теләген белдереү өсөн тауыш биреү участкаларына бара. Талбазы ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәриф Мөсәғитов беренселәрҙән булып тауыш бирҙе. Быйыл майҙа Шәриф Ғаҙи улына 95 йәш тулған.
Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү республиканың район-ҡалаларында ла дауам итә.
Һайлау участкаларында һәр ике сәғәт һайын санитар эшкәртеү ойошторола, барлыҡ хәүефһеҙлек талаптары ла үтәлә.
Фото: район хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: