Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июнь 2020, 01:25

Йәштәргә гранттар конкурсы ойошторола

“Көнсығыш” Бөтә Рәсәй йәштәр мәғариф Алыҫ Көнсығыш форумының гранттар конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Форум быйыл 22 – 29 августа Владивосток ҡалаһында үтә. Ғаризаларҙы 16 авгусҡа тиклем ҡабул ителә. 18 йәштән 30 йәшкә тиклем ҡатнашырға була. Уларҙың “Студент башланғыстары”, “Ирекмәнлек”, “Социаль лифттарҙы үҫтереү”, “Ижади йәштәрҙең башланғыстары”, “Спорт, сәләмәт йәшәү рәүеше, туризм”, “Йәштәр мөхитендә кире күренештәрҙе иҫкәртеү һәм халыҡ-ара үҙ-ара эш итеү”, “Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу”, “Йәштәр медиаһы” номинациялары буйынса социаль йәһәттән мөһим проекттарға ярҙам итеү өсөн 1,5 миллион һумға эйә булыу мөмкинлеге бар.
Форум ваҡытында теләүселәргә белем алыу буйынса саралар ойоштороласаҡ. Уларҙа алынған мәғлүмәтте киләһе конкурстар өсөн проекттар әҙерләүҙә файҙаланырға мөмкин.
Конкурста ҡатнашыу һорауҙары буйынса [email protected] электрон почтаһына яҙырға йәки +7 495 668-80-08 (өҫтәмә 2701, 2702, 2703, 2704, 2705, 2706, 1707) телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Автономиялы коммерцияға ҡарамаған “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” ойошмаһы “Мәғариф” милли проектының “Һәр кем өсөн социаль лифттар” федераль проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Был платформа 2017 йылдың октябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән Сочиҙа уҙғарылған Йәштәр һәм студенттарҙың бөтә донъя фестивалендә барлыҡҡа килгәйне.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: http://ufa-news.net/
Читайте нас: