Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июнь 2020, 01:00

Балалар баҡсалары төҙөлә

Өфөлә эшләп килгән 223 балалар баҡсаһында 68 меңдән ашыу сабый тәрбиәләнә.Хәҙер балалар баҡсаларына ихтыяж да арта.

Өфөлә эшләп килгән 223 балалар баҡсаһында 68 меңдән ашыу сабый тәрбиәләнә.
Хәҙер балалар баҡсаларына ихтыяж да арта.
Шуны иҫәпкә алып, әле баш ҡалала 925 урынлыҡ биш яңы мәктәпкәсә учреждение төҙөлә, өсөһө – Сипайлово биҫтәһендә, береһе – Сағыу биҫтәһендә һәм береһе – Баланов-Яңы Александровкала. Барыһын да быйыл файҙаланыуға тапшырасаҡтар.
Өфөнөң Яр буйы урамындағы 71-се йорт ихатаһындағы баҡса “Демография” милли проектының “Ҡатын-ҡыҙ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балалар өсөн мәктәпкәсә белем алыуҙа шарттар тыуҙырыу” төбәк проекты нигеҙендә төҙөлә.
Үткән йыл августа төҙөлөш башланған объектта эш графикка ярашлы бара. Баҡсаға балаларҙы сентябрҙә ҡабул итергә ниәтләйҙәр.
Бында әле биҙәү эштәре башҡарыла, инженерлыҡ селтәрҙәре үткәрелгән. Көйләү эштәрен башҡарырға, ҡыйыҡты ябырға ҡалған. Биләмәне лә йәшелләндереү менән шөғөлләнәләр.
350 квадрат метр майҙанды үҙ эсенә алған өс ҡатлы баҡса 215 урынға иҫәпләнә. Ике ясле һәм ете мәктәпкәсә төркөм асыла. Учреждениела балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереү йәһәтенән бөтә шарттар тәьмин ителәсәк, музыка, логопед, иркен уйын бүлмәләре, спорт залы булдырыласаҡ.
Балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында ҡапҡаға һәм ишектәргә магнитлы йоҙаҡ, бинаның эсендә һәм тышында һигеҙ видеокүҙәтеү камераһы ҡуйыла.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://www.bashinform.ru
Читайте нас: