Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь 2020, 11:40

Хөрмәтле медицина хеҙмәткәрҙәре!

Хөрмәтле медицина хеҙмәткәрҙәре!

Ауырғазы район Советы һәм хакимиәте һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлай.
Изге һөнәрҙәрҙең береһен һайлап, һеҙ көн дә кешегә ярҙамға ашығаһығыҙ, ауырғазыларҙың һаулығы һағында тораһығыҙ. Быйыл байрам көнө коронавирус пандемияһы ваҡытына тура килде, был хәүефле осорҙа беҙ һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙең мөһимлеген, яуаплылығын тағы ла нығыраҡ аңланыҡ.
Фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ, изге күңелегеҙ, һайлаған һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙ өсөн ысын йөрәктән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ!
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге теләйбеҙ! Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!
З.ИҘРИСОВ, район хакимиәте башлығы.
Фото: https://vk.com/wall-33983974_31616
Читайте нас: