Рух
+3 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июнь 2020, 13:25

“Башҡорт теле: яңы ҡараш” сараһы үтте

18 июндә «Торатау» Конгресс-холында «Башҡорт теле: яңы ҡараш. Башкирский язык: новый взгляд» сараһы үтте. Унда башҡорт телен популярлаштырыу буйынса проекттар тәҡдим ителде.

Сара онлайн һәм оффлайн форматта уҙҙы: короновирус пандемияһы таралыу хәүефе булған шарттарҙа барлыҡ теләүселәрҙе бер майҙансыҡта йыйыу мөмкинлеге юҡ. Проект авторҙары һәм уларҙы эшләүселәр туранан-тура ҡатнашты, ә киң аудитория өсөн Башҡортостан юлдаш телеканалы һәм социаль селтәрҙәрҙә тура эфир трансляцияһы ойошторолдо.
Ҡатнашыусыларҙы башҡорт телен өсөн видео-дәрес һәм мобиль ҡушымталар булыуы менән таныштырҙылар. Улар бишәү. Бөгөнгө көндә IQБалабаш ҡушымтаһы менән Play Market аша 2800, ә App Store ярҙамында 3000 кеше файҙалана. "Сәләм" мобиль ҡушымтаһын 2427 тапҡыр Android-тарға, 1905 тапҡыр IOS-ҡа күсереп алғандар. Файҙаланыусылар араһында «Әлләсе» мобиль ҡушымтаһы популяр, уны смартфондарға 9800 тапҡыр күсереп алғандар. Башҡортса һөйләшеү ҡушымтаһы "Инофон" 2800 Android телефонына ҡуйылған, 3000 тапҡыр – IOS-ҡа.
Смартфондың төрөнә ҡарап, уларҙы App Store һәм Play Маркет аша күсереп алырға була. Телде транспортта барғанда ла йәки сиратта торғанда ла өйрәнергә мөмкин.
Ҡунаҡтарҙы һәм телевизор ҡараусыларҙы шулай уҡ яңы – «Башворд» ҡушымтаһы менән таныштырҙылар. “Ҡушымта 117 дәрестән, 39 бүлектән һәм 1,5 мең һүҙҙән тора. Был һүҙҙәрҙе минең тауыш менән яҙҙырҙыҡ", - тип һөйләне мультиинструменталист Заһир Зәйнетдинов, мобиль ҡушымта менән таныштырып.
Рита Аҡбулатова башҡорт телен өйрәнеү буйынса "Бергә башҡорт телендә" һәм үҫмерҙәр өсөн "Башҡорт теле: яңы ҡараш" видеодәрестәре тураһында һөйләне. Һәр проект 10 сериянан тора, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының бөтә социаль селтәрҙәрендә һәм ютубта уларҙы табырға була.
«Интерактив башҡорт теле. Башҡорт теленән дистанцион уҡытыу» — был башҡорт телен өйрәнеү буйынса онлайн дәрестәр циклы. «Интерактив башҡорт теле» өлкән класс уҡыусыларын оло тормошҡа әҙерләү бурысын башҡарған «Взлетай!» белем биреү модуле проекттарының береһе булып тора, - тип һөйләне Мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Зинуров, - проект 10 һәм 11 класс өсөн төрлө йүнәлештәге программалар комплексын үҙ эсенә ала. Модулде ҡулланыуға алған белем биреү ойошмаларының исемлегенә Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан һәм 62 мәктәп, Өфөнән 103-сө, 112-се, 118-се, 158-се, 35-се, 97-се, 106-сы, 110-сы мәктәптәре инә.
Илүзә Мөхәмәтйәнова Бәйләнештә һәм iTunes-тағы беренсе башҡортса подкасты тәҡдим итте, Назгөл Ғәлиева интернетты сифатлы контент менән тултырыуға йүнәлтелгән "Аҫылташ" интернет-марафоны менән таныштырҙы.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд сараны ойоштороусы булып тора. Сара аҙағында Заһир Зәйнетдинов танылыу яулаған "Әлифба" йырын башҡарҙы.
Читайте нас: