Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2020, 23:05

Гөлназ Бөтә Рәсәй конкурсында өсөнсө урын яуланы!

Уның «Минең олатайым – Йәлилов Сәлимгәрәй Сәғиҙулла улы» тип аталған портреты «Минең Еңеүем» Бөтә Рәсәй конкурсында өсөнсө урын яуланы.

Мәскәүҙәге Еңеү музейы үҙенең сайтында конкурстың еңеүселәренең эштәренән онлайн-күргәҙмә урынлаштырған. Ижади бәйгене Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата иғлан иткәндәр.
Ауырғазы районы Степановка ауылынан Гөлназ Васильеваның картинаһы ла еңеүсел!р араһында.
Бөтә Рәсәй конкурсының еңеүселәре һәм призлы урын яулаусылары барлығы 58 кеше. Улар Калининградтан алып Еврей автоном өлкәһенә тиклем төрлө төбәктәрҙән. Ижади эштәр күберәк Мәскәү, Санкт-Петербург, Тула, Псков, Смоленсктан ебәрелгән.
Виртуаль ҡараусылар 70-ләп эш ҡарай аласаҡ. Улар араһында һәүәҫкәр рәссамдар ҙа, профессионалдар ҙа бар. Конкурста ҡатнашыусылар алдында 1941-1945 йылдарҙағы ваҡиғаларҙы ижади ҡараш аша, уларҙы нисек аңлауҙарын сағылдырыу мәсьәләһе ҡуйыла.
Картиналар төрлө техникала башҡарылған. Коллаждар, репортаж фотолары ла бар. Конкурс эштәре араһында инсталляция һәм скульптура ла тәҡдим ителә.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы, коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе менән бәйле сикләүҙәр тамамланғас, Еңеү музейында үтәсәк. Уның ваҡыты өҫтәмә иғлан ителәсәк.
Читайте нас: