Рәсәйҙә беренсе тапҡыр «Герой ҡала»лар менән бер рәттән «Хеҙмәт батырлығы һәм даны ҡалаһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡлы ҡалалар ҙа барлыҡҡа киләсәк.
Шулай итеп тыл хеҙмәткәрҙәренең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәте мәңгеләштереләсәк.
- Беҙҙә уникаль экспонат – авиадвигатель бар, уны Ленинград өлкәһендә тапҡандар. Уның сығарылыу серияһы һаны буйынса Өфөлә, моторҙар эшләү заводында төҙөлгәнлеге асыҡланған, - тип һөйләй корреспондент Алексей Медведев.
Һуғыш йылдарында был заводта 51 меңдән артыҡ авиация өсөн моторҙар эшләнгән. Ул ваҡытта машина төҙөү күрһәткесе 17 тапҡырға арта. Өфөлә барлығы 60 сәнәғәт предприятиеһы эшләй.
60 меңдән күберәк өфөлө «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Өфөнөң Еңеү паркында тыл хеҙмәткәрҙәренә Рәсәйҙәге иң күләмле монументтарҙың береһе урынлаштырылған.
1 июлдә, Конституция төҙәтмәләр индереү буйынса референдумда кандидат ҡалалар өсөн имзалар йыйыу планлаштырыла.
Сығанаҡ: Башҡортостан дәүләт телевидение һәм радио комитеты.