Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2020, 13:30

Тағы ла ике яңы объект төҙөлә

Ауырғазы районында бер юлы ике фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡулланыуға тапшырыласаҡ

Быйыл йәй көнө ике фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөп бөтәсәк. Береһе – Ҡорманай ауылында, икенсеһе – Таштамаҡта. Улар заман талаптарына ярашлы йыһазландырыласаҡ.
Таштамаҡ ауылының иҫке бинаһы үткән быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән булған. Хәҙер иһә ауыл биләмәһе халҡы яңы шарттарҙа, заман талаптарына ярашлы, тейешле йыһазландырылған бинала медицина ярҙамы аласаҡ.
Таштамаҡ ФАП-ы өс ауыл халҡын (1000-ләп кеше), Ҡорманайҙағыһы Өршәк ауыл Советы биләмәһендәге 800-ләп кешене хеҙмәтләндерәсәк.
Ҡорманайҙағы иҫке бина 1960 йылдарҙа төҙөлгән. Унда башта колхоз идараһы урынлаша, һуңынан ул ФАП-ҡа бирелә.
Өршәк ауыл биләмәһе башлығы Рәмил Абдрахманов әйтеүенсә, бында кешеләр фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөп бөтөүен бик шатланып көтә, улар өсөн был ысын мәғәнәһендәге дауахана кеүек ҡабул ителә.
Бындай яҡшы шарттар булыуы ауыл еренә яңы медицина кадрҙарын йәлеп итер, тип ышаналар район хакимиәтендә.
Был объекттарҙы төҙөү “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” федераль программаһы финанс сараларына төҙөлә.
Фото: район хакимиәте сайтынан.
Читайте нас в