Ҙурлығы буйынса Европала уға тиңләшеүсе һыбайлы һәйкәле юҡ. Ҡуйылған урыны ла бик уңышлы һайланған. Скульптор — Сосланбәк Тавасиев, Архитектор — Ғәйнетдинов Исмәғил Ғәли улы.
Өс йылдан һуң уның авторы Сосланбәк Тавасиев СССР Дәүләт премияһына, аҙ ғына һуңыраҡ Художество академияһының Алтын миҙалына лайыҡ була.
Был скульптура Рәсәйҙә иң ҙур ат статуяһы. Һәйкәлдең бейеклеге 9,8 метр, ауырлығы — 40 тонна
Салауат Юлаев һәйкәле — башҡорт халҡының һәм Башҡортостан халыҡтарының берҙәмлек символын кәүҙәләндерә. Был һәйкәл Башҡортостандың визит карточкаһы, шулай уҡ һәйкәлдең һүрәте Башҡортостан Республикаһы гербында үҙәк элемент булып тора.
Фотолар: https://twitter.com/
Һәм Башҡорт Википедияһынан.
Материал Башҡорт Википедияһынан.