Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь 2020, 14:40

Республиканың балалар баҡсаларында башҡорт телле планшеттар һәм смартфондар барлыҡҡа киләсәк

Башҡортостан баҙарында балалар өсөн уникаль уйынсыҡ гаджеттар барлыҡҡа килде

"БашТой" компанияһы милли ҡурсаҡтар эшләүе менән билдәле. Бынан тыш, башҡорт һәм татар телдәрендә һөйләшкән смартфон һәм планшеттар сығарыусы яңы линия эшләй башланы. Был”Маҡсат” ойошмаһы менән берлектә Башҡортостан Республикаһы грантына конкурста еңеү һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырылды.
"БашТой" компанияһы етәксеһе Фәнзил Әҙелбаев әйтеүенсә, был проектты ғәмәлгә ашырыу 2019 йылдың йәйендә башланған. “Эре халыҡ-ара компания менән контрактҡа ҡул ҡуйҙыҡ. Хәҙерге ваҡытта улар 80-дән ашыу илдең баҙарына 40-тан ашыу телдә ошондай продукцияны сығара. Интерактив уйынсыҡтар ассортименты киң: плеер һәм смартфон, микрофон, планшет, музыкаль уйынсыҡтар, плакаттар, электрон модулле китаптар, башҡа төрлө актив элементтар. Беҙ башҡорт һәм татар телендә яҙылған 40-ҡа яҡын йыр һәм 80-ләп ҡыҫҡа ике юллыҡ балалар шиғырҙары. Бында һандар, сәскәләр, хайуандар атамалары индерелгән. Бөтә шиғыр һәм йыр үҙенсәлекле, улар был проект өсөн махсус яҙылған. Шулай уҡ ике телдә алфавитты яҙҙырҙыҡ, уйынсыҡтарҙың ғына түгел, уларҙың ҡаптарының дизайнын да эшләнек".
"Башҡорт телендә һөйләшкән уйынсыҡтар булдырыу идеяһы үҙем атай булғас тыуҙы", - ти Фәнзил Әхмәтшин. – Ҡыҙым тыуғас, ҡурсаҡтар эшләү теләген тормошҡа ашырҙыҡ, ғаиләбеҙҙә малайҙар тыуғас, смартфон һәм планшеттар эшләү идеяһы тыуҙы. Балалар өсөн эшләнгән был уйынсыҡтар туған телде популяр, модалы, кәрәкле итеү маҡсатын күҙ уңында тота. Кесе йәштән улар телде өйрәнә, уның байлығын, үҙенсәлеген һаҡларға ярҙам итәсәк.
Планшет һәм смартфон уйындары сәскәләр атамаларын, хәрефтәр, һандарҙы, шиғырҙарҙы өйрәнергә, ябай арифметика төшөнсәләрен белергә, хайуандар донъяһы менән таныштырырға мөмкинлек бирә.
Уйынсыҡ Санкт - Петербургта һынауҙы уңышлы үтте һәм хәүефһеҙлек сертификаты алды. Башҡортостан башлығы грантын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төбәктең мәктәпкәсә учреждениеларына ошо арала бушлай планшет һәм смартфондар биреләсәк.
"БашТой" вәкилдәре һүҙҙәренсә, грант аҡсаһын тотонғандан һуң да проект үҙенең эшмәкәрлеген дауам итәсәк. Тиҙҙән башҡорт һәм татар телдәрендә һөйләгән уйынсыҡтарҙың яңы партияһы килеп етәсәк.
Республика халҡы үҙенсәлекле һәм файҙалы уйынсыҡтарҙы магазин кәштәләрендә таба аласаҡ.
Фото: https://vk.com/bashtoy
Читайте нас: